Умырзаяларға арналған көн 1984 йылда Британияла барлыҡҡа килә. Был илдә умырзая апрель уртаһында сәскә ата икән. Тәүге сәскәләрҙең береһенә иғтибарҙы йәлеп итеү өсөн булдырғандар. Боронғо бер риүәйәттәре буйынса, баҡһаң, кем өйөн уратып умырзая ултырта, шунда ен-шайтандар килмәй, имеш.
Донъяла, климат шарттарына ҡарап, умырзая ғинуарҙан апрелгәсә сәскә ата. Уны һәр илдә лә яҙ символы тиҙәр. Элегерәк ул күп булған, хәҙер иһә ҡайһы бер төрө юғалыуы мөмкин. Шуға ла өҙөп тотолһаң, йә һатһаң, штраф ҡаралған.
Умырзаяны сит илдәрҙә төрлөсә атайҙар: ҡар тамсыһы, ҡар ынйыһы, ҡар бөртөгө...
Һаҡлайыҡ был матур сәскәне, өҙмәйек, ҡарап ҡына һоҡланайыҡ.