Ул меңәрләгән кешенең ғүмерен ҡотҡарып ҡалырға ярҙам итте.
Былтыр май айында республика Башлығы ковидҡа ҡаршы плазма тапшырыусы донорҙарға бер тапҡыр аҡсалата түләү билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул ковид менән ауырығандан һуң республиканың дәүләт һаулыҡ һаҡлау ойошмаларында 300 – 600 мл ҡан плазмаһы тапшырған кешеләргә социаль ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота.
Бөтәһе ошо ваҡыт эсендә республикала 2718,2 л ковидҡа ҡаршы плазма әҙерләнгән. COVID-19 менән ауырыған 4,6 мең кеше уның доноры булған.
«Табиптар фекере буйынса, ковидҡа ҡаршы плазманы ваҡытында һәм дөрөҫ итеп әҙерләү был мәкерле ауырыуҙы дауалауҙа бик ныҡ ярҙам итә. Беҙҙең үтенескә яуап биргән бөтә донорҙарға ла ҙур рәхмәт әйтәм. Был бурысты үтәнек, беҙҙә был плазманың запасы етерлек», — тине Радий Хәбиров, Ҡан хеҙмәтенең XIII Бөтә Рәсәй формуы башланыр алдынан журналистар менән осрашыуҙа.
Федераль медицина-биология агентлығы етәксеһе Вероника Скворцова Республика ҡан ҡойоу станцияһының илдә алдынғы урындарҙы биләүен билдәләне һәм ковидҡа ҡаршы плазма йыйыу буйынса эште юғары баһаланы.