Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Апрель 2021, 14:23

Хәҙер улар йәл түгел, тиһәләр ҙә...

Өфөлә йәшәүселәр «Хатико» эткә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.

Кисә Учалы районында булған хәл бар республика халҡын шаңҡытты. Уның буйынса тикшереүҙе РФ Тәфтиш комитеты етәксеһе Александр Бастрыкин шәхси контролгә алды.
Парадокс хәл... Өфөлә «Планета» сауҙа үҙәгенең ишеге төбөндә аҡлы-ҡаралы арлан эт икенсе аҙна үҙенең хужаһын көтә... Билдәле булыуынса, уны билдәһеҙ ир алып килеп ҡалдырған.
«Инде, берәҙәк эт өйөрҙәре ҡайҙан килеп сыға, тип һорамағыҙ. Бахырҡайҙы бик йәлләйем. Барып ҡына алыр инем, урын юҡ», – тип яҙған бер ҡатын. Ирекмәндәр эткә яңы хужа эҙләй.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас