Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Апрель 2021, 10:35

Әбйәлил урмансылары ябыҡ тамырлы системалы үҫентеләр үрсетәсәк

Урман тергеҙеүҙең яңы ҡағиҙәләренә ярашлы киләһе йыл башынан яһалма һәм комбинирлашҡан ултыртылған урмандарҙың 20 проценттан да кәм түгел майҙандары ябыҡ тамыр системалы үҫентеләр менән башҡарылырға тейеш. Был дәүмәл 2025 йылға 30%-ҡа, 2030 йылға 45%-ҡа еткерелергә тейеш.

Ябыҡ тамырлы ағас үҫентеләрен үрсетеү өсөн Әбйәлил урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре Ҡырҙас участогында 160 кв. метр майҙанлы теплица төҙөгән. Быйыл бында ЗКС тамырлы 40 мең дана ағас үҫентеһе үҫтереп алынасаҡ, улар киләһе йылда урман тергеҙеү биләмәләренә ултыртыласаҡ. Кассеталар һәм субстрат әҙерләнгән, орлоҡтар ошо сәселәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, башҡорт урмансылары урман тергеәеү эштәрен "Экология" милли проектының "Урмандарҙы һаҡлау" федераль өлөшө буйынса башҡара. Быйыл был эш 14,3 мең гектарҙан да кәм булмаған майҙанда үтәсәк.
Читайте нас