Бәләкәйҙән телсән, ап - аҡ йөҙлө, һөймәлекле сабый баланы бөтә ауылдаштары ярата. Уның мәктәпкә барған юлы ферма аша үтә. Иртәнге һауынға килгән һауынсыларға ҡаршы тап булған һайын, ҡатын - ҡыҙҙар кескәй Айһылыуҙы туҡтатып һөймәйенсә, берәй йылы һүҙ әйтмәйенсә ебәрмәй. Ҡыҙ бала шул тиклем һауынсы апайҙарына өйрәнә, мәктәптән ҡайтыу юлында фермаға һауынсылар янына инеп йөрөр була. Бригадир булып эшләүсе атаһы Рыҫҡужа ағай ҙа ҡыҙының фермала һауынсылар араһында булыуын, һәр һыйырҙың холҡон һорашып йөрөүенән бер ниндәй ҙә хилафлыҡ күрмәй. Ә инде 8 класты тамамлаған ун биш йәшлек ҡыҙының йәйләүгә һыйыр һауырға барыу теләгенә атаһы ҡырҡа ҡаршы төшә. Тик, Айһылыумы һуң инде, бер алдына алғанын эшләмәй ҡала торған ҡыҙ! Юҡҡамы һуң ул барлыҡ көндәрен һыйырҙар араһында үткәрҙе! Бигерәк мал йәнле була шул үҙе лә! Шулай итеп, атаһы Рыҫҡужа ағай, әсәһе Бибиниса апай нисек кенә ҡаршы булмаһын ун биш йәшлек ҡыҙ бала йәйләүҙә эш башлай. Шул ваҡытта бергә эшләгән һауынсы апайҙарға әле лә рәхмәтле Айһылыу ҡоҙағый. Көҙ көнө йәйләүҙән күсеп ҡайтҡас та мәктәпкә артабан барырға йыйынмай. Фермала айырым һауын һыйырҙар алып ихласлап эш башлай. Ун биш йәшлек үҫмер ҡыҙ бала башҡаса уҡырға бармай, 35 йыл ғүмерен фермала һауынсы булып эшләүгә арнай. Был ҡылығын үҙенән бәләкәс туғандарын ҡарашыу, әҙ булһа ла ата - әсәһенә ярҙам булһын, тип аңлата. Тырыш, уңған йәш һауынсы бер ваҡытта ла алдынғылыҡты бирмәй. Иң тәүге ҡотлау открыткаһын бригадир булып эшләүсе атаһы тапшыра. Кескәй генә открытканы Айһылыу ҡоҙағый әле лә ҡәҙерләп һаҡлай. Атаһының: "Бер ваҡытта ла алдынылыҡты бирмә!",- тигән яҙыуын үҙенә ғүмерлеккә дивиз итеп ала. Матур, сая, бар яҡтан да уңған ун ете йәшлек ҡыҙ баланы ауыл Советына депутат итеп һайлайҙар. Шул ваҡыттарға әйләнеп ҡайтып Айһылыу ҡоҙағый хәтирәләре менән бүлеште: "Ирле - ҡатынлы бер ғаилә йыш ҡына ғауға сыға. Бер көн хужабикә йүгереп беҙгә килде. - "Айһылыу! Хәҙер һин беҙҙең депутат, әйҙә, беҙгә бар әле, ағайың көнө - төнө болара, барып әйтештереп ҡайт". Депутат булараҡ барҙым өйҙәренә. Арыуыҡ оло йәштәге хужа менән һөйләшәм инде йәнәһе. Ул ағай мине күргәс аптырап китте, уңайһыҙланды: "Ҡуй, Айһылыу, башҡа оло кешеләрҙең ғаилә хәленә ҡыҫылма. Ниңә килдең инде?, - ти. - "Башҡаса һуғышмағыҙ һуң, матур йәшәгеҙ", - тиеүҙән уҙа алмай әйләнеп сығып киттем. Шул хәлдән һуң арыуыҡ ваҡыт үтте, бер ваҡыт баяғы апай йәнә инеп килә. Был юлы миңә рәхмәт әйтергә ингән икән. -Теге ваҡыт һин килеп һөйләшеп ҡайтҡандан һуң ирем миңә ҡул күтәрмәй башланы, тыныс йәшәйбеҙ, - ти. Үҙемдән күпкә оло ағайға ҡаршы бер нәмә лә әйтә алмауымды һөйләп торманым инде. Тимәк, йәш ҡыҙ баланың өйөнә килеп тороуына уңайһыҙланған инде ир кеше", - тип йылмая әңгәмәсем. Унан һуң да ауылдаштары депутат эшен тағы ышанып тапшыра, икенсе һайлауҙа ла ауыл Советы депутаты булып үтә. Айһылыу ҡоҙағый егерме йәшендә генә ауылдашы Рафаҡ Хәбибуллинға тормошҡа сыға. Бер - бер артлы Рөстәм, Гөлфирә, Рифат, Рәдиф, Гөлсәсәк исемле ҡыҙ һәм улдарға ғүмер бүләк итәләр. Һәр береһен оло тормош юлына аяҡ баҫтыралар. Балаларының, ейән - ейәнсәрҙәрҙәренең ҡыуаныстарын күреп ғүмер итәләр. Үкенескә ҡаршы, Рафаҡ ҡоҙабыҙ баҡыйлыҡҡа күсте, урыны ожмахта булһын!
Хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветераны бер ҙә тик ултырырға яратмай, 5 - 6 йәшендә генә бәйләргә, сигергә өйрәнгән ҡыҙ бала, ете тиҫтәне ваҡлаһа ла ҡул эштәренән айырылмай. Мәрйендәрҙе бер - береһенә теҙә - теҙә һәр төрлө селтәрҙәр, ҡашмауҙар, күҙҙең яуын алып ултырған сәскәләр, түшкә тағыр өсөн иҫәпһеҙ һанһыҙ брошкалар... Күҙ нурҙарын түгеп эшләгән аллы - гөллө ҡорамалар, түшәктәр. Уларҙың иҫәп - хисабы юҡ. Заказға ла эшләргә өлгөрә уңған ҡатын. Туған йәнле, һәр кемгә ихлас ханымдың өйөнән кеше өҙөлмәй. Һәр төрлө сараларҙың башында ла "Ағинәй" ҙәр советы рәйесе булараҡ Айһылыу ҡоҙағый тора. "Урам байрамы", "Ҡарға бутҡаһы", барлыҡ ейән - ейәнсәрҙәрен, урамының бала - сағаһын йыйып алып Яңы йыл кисәләре һәм башҡа саралар. "Төндә йоҡлай алмай ятҡанда уйлайым да, шуны тормошҡа ашырмайынса туҡтамайым. Әл дә бергәләшер әхирәттәрем, күршеләрем, ауылдаштарым шәп", - ти ул ҡыуанып. Үҙенең өйөндә үткәргән "Өләсәйем һандығы" исемле матур сараға ауыл китапханасыһы Йондоҙ Тәфтизан ҡыҙы Юлдашева менән бергә әҙерләнгәндәр. Йыйынға килгән һәр бер ҡатын - ҡыҙ үҙенә ҡәҙерле булған бер әйберҙе тотоп килгән. Кемгәлер әсәһенән, өләсәһенән, апайынан, йәки ҡәйнәһенән ҡалған кизе шәл, аҫалы балаҫ, һәр төрлө һауыт - һауа, түшелдерек ҡәҙерле. Һәр береһенең тарихы үҙе бер китап яҙырлыҡ. Ағинәйҙәр һөйләгәндәрҙе тыңларға килгән 3 класс уҡыусыларының етәксеһе Гүзәл Сәмиғулла ҡыҙы ла йыйынға буш ҡул менән килмәгән. Үҙе менән Мәрйәм әсәһенән, Шәкирә өләсәһенән ҡалған ҡул эштәрен тотоп килгән. Баҡтиһәң, Айһылыу ҡоҙағый ҡул эштәренә башлап Мәрйәм еңгәһенән өйрәнә. Айһылыу ҡоҙағый Света, Нурия килендәренең икеһенә лә үҙ ҡулдары менән эшләгән селтәр, ейәнсәре Нуранияға түшелдерек, сәсмәүер, ейәне Артурға ҡомартҡы түбәтәй бүләк итте. Бына исмаһам бүләк, бүләктең дә ниндәйе! Йыйын аҙағында почтальонка Ғәлиә апай Әлибаева гәзит - журналдарға яҙылыу ҙа ойошторҙо. "Һаҡмар" гәзитенә генә 15 кеше яҙылып, башҡорт матбуғатын арттырыуға үҙ өлөшөн индерҙе.
Оҫта ҡуллы, йор һүҙле, уңған ҡатын - ҡыҙҙар йәшәй минең тыуған ауылымда. Дин юлынан тайпылмаған, күңелдәрендә гел изгелек кенә булған ауылдаштарыма уңыштар юлдаш булһын! Донъя тотҡаһы бит һеҙ, апайҙар!
Райхана Булатова, Билал ауылы.