Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Апрель 2021, 16:56

Радий Хәбиров журналистарға эш хаҡын арттырырға һүҙ бирҙе

Бөгөн Ғафури районының Красноусол ауылында «Медиайыйын» милли киң мәғлүмәт саралары форумы тамамланды.

Сара ике көн дауамында барҙы: төрлө конференциялар, кәңәшмәләр, журналистар өсөн уҡыуҙар, тренинг-уйындар уҙғарылды. Барлыҡ республиканан йыйылған мөхәррирҙәр, хәбәрселәр, радио, телевидение тармағы хеҙмәткәрҙәре көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләште, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләне. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың килеүе сараға икеләтә мәртәбә өҫтәне.
Радий Фәрит улы форумда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп: «Мин был сараға һеҙҙе борсоған мәсьәләләрҙе тикшереп, ныҡлы әҙерләнеп килдем. Тәүгеһе – эш хаҡы. Уны 2022 йылдың 1 ғинуарынан арттырасаҡбыҙ. Матбуғат баҫмаларын һәм телерадиостудияларын үҫтереү өсөн 100 мең һумлыҡ грант биреләсәк. Тармаҡ белгестәренең һөнәри оҫталығын аттырыу маҡсатында уҡыуҙар күберәк үткәреләсәк. Һәм тағы ла Матбуғат йортона ремонт яһаласаҡ, уның проектын яҡынса һанап сығарҙыҡ, 2023 йылда тормош ашырыла башлаясаҡ. Һеҙ ҙур эш башҡараһығыҙ, беҙгә төрлө яҡлап ярҙам итәһегеҙ, артабанда ла бергә-бергә һөҙөмтәле эшләрбеҙ, тип ышанам», — тине.
Төбәк етәксеһе «Медиайыйын»дың ҙур әһәмиәткә эйә булыуын һәм уны йыл һайын ойоштороу кәрәклеген билдәләне.
Фото: Башҡортостан Башлығының рәсми сайтынан.
Читайте нас