Яңауыл районының Вәрәш ауылында йәшәүсе Эльвина Ғилметдинова ла был финанс ярҙамды алырға йыйына. Ул ире менән КФХ асып, 30 баш герефорд тоҡомло таналар алып һимертеү базаһы булдырырға ниәтләй. Ғаилә бындай һыйыр малын үрсетеү шарттарын ныҡлап өйрәнгән һәм быны бизнес планын төҙөгәндә лә иҫәпкә алған. Әле Ғилметдиновтар конкурс иғлан ителеүен көтә һәм грант субсидияһын алырға өмөтләнә.