Бала автобуста юл хаҡын түләмәгәне өсөн водителдәрҙең, кондукторҙарҙың уны юлда төшөрөп ҡалдырған осраҡтары тураһында хәбәрҙарбыҙ. Күп осраҡтарҙа мәктәптән өйөнә ҡайтып йәки китеп барған уҡыусы ғәйепле булмай сыға: үҫмер йә өйөндә аҡса алырға онотҡан булып сыға, мәктәптә юғалта. Контролерҙарға эләкмәҫ өсөн хатта сатнама һыуыҡтарҙа билетһыҙ йәш пассажирҙы автобустан ҡыуып төшөргәндәр бар. Хәҙер водителдәргә бындай аҙымы өсөн закон алдында яуап бирергә тура киләсәк.
Рәсәйҙә 16 йәше тулмаған балаларҙы йәмәғәт транспортынан төшөрөп ҡалдырғанға административ яуаплылыҡ индергән закон көсөнә инде. Автобуста, троллейбуста йәки трамвайҙа билеты булмаған йәки юл хаҡын түләй алмаған баланы төшөрөп ҡалдырған өсөн штраф янай. Водителдәргә – 5 мең һум, вазифалы кешеләргә – 20-30 мең һум.