Төп приз өсөн икенсе миҙгел рәттән тәүгә бер үк дәғүәселәр көс һынашасаҡ. 2018/19 йыл миҙгелендә ЦСКА командаһы «Авангард» клубы менән осрашып, төп призды әрме уйынсылары яулаһа, уҙғанында коронавирус пандемияһы арҡаһында плей-офф бәйгеһе туҡтатылғайны. Һәм бына йәнә шул уҡ дәғүәселәр кем-кемлеген асыҡлаясаҡ. Әлбиттә, Омск өлкәһе хоккейсылары быға тиклем ике тапҡыр төп приз өсөн кәрәште, әммә хыялын тормошҡа ашыра алманы. Бәлки, быныһында дәғүәсеһенән үс алып, кубоклылар рәтен арттырыр.
«Авангард» командаһы етенсе хәл иткес осрашыуҙа, «Аҡ барс» клубын өҫтәмә ваҡытта 4:3 иҫәбенә алдырып, ошо юғарылағы уңышҡа өлгәште.