Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Апрель 2021, 18:34

Ҡыҙҙар, теләһә кемде өйөгөҙгә алып ҡайтмағыҙ!

Өфөлә йәшәүсе бер ҡыҙ танышыу сайтында «Равиль» исемле егет менән танышып, бер аҙ яҙышҡас, уны ҡунаҡҡа саҡырған.

Икенсе көндө, ҡунаҡ егетте өйҙә ҡалдырып, ҡыҙ әсәһе менән үҙ эштәре буйынса сығып китәләр. Ҡайтыуҙарына егеттән елдәр иҫкән була. Ҡунаҡ үҙе менән бергә перфораторға, кеҫә телефонына, көмөш биҙәүестәргә айыу майын һөртә.
Уны ике аҙна самаһындай ҡатындар үҙҙәре эҙләп табырға маташа, әммә таба алмағас, полицияға мөрәжәғәт итәләр.
Полиция хеҙмәткәрҙәре бурҙы эҙләп таба. Алдан хөкөм ителгән 23 йәшлек егет Кушнаренко районынан. Урланған әйберҙәрҙе ул ломбардҡа тапшырып өлгөргән.
Фото: РФ ЭЭМ Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас