Учалы районында тәүге урман янғыны теркәлгән. 3 га майҙандағы утты һүндереүгә 14 кеше һәм алты берәмек техника йәлеп ителгән. Әбйәлил районында ла урман янған. Ике янғындың да сәбәбе – ҡоро үлән яғыу. Һуңғы көндәрҙә генә 455 гектарҙа 39 термонөктә теркәлгән.