Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Апрель 2021, 14:50

Тағы биш ауыл юғары тиҙлекле интернетлы булды

Хәйбулла районының Маҡан, Баймаҡ районының Аҡморон менән Йомаш, Бүздәк районының Йондоҙло һәм Мәләүез районының Нордовка ауылдарында 4G яңы база станциялары урынлаштырылған. Уларҙың һәр береһендә 130-ҙан алып 2500-гә тиклем кеше йәшәй. ⏬

Бынан ары был ауылдар халҡы яҡшы тауыш элемтәһе, юғары тиҙлекле мобиль интернет менән ҡуллана аласаҡ.
Әйтергә кәрәк, былтыр республикала 2 меңдән ашыу база станцияһы урынлаштырылған йәки LTE стандартына тиклем яңыртылған. 30 - лап кеше йәшәгән урынға тәүгә кәрәҙле элемтә килгән.
Читайте нас