Голубцы
300- 400 г бәшмәк, 1 баш һуған, кишер , кәбестә, 1-2 татлы борос, 80-100 г ҡарабойҙай ярмаһы, 5-6 картуф, 75-100 мл томат һуты йәки 2-3 помидор, борос, йәшел тәмләткестәр, үҫемлек майы.
Бәшмәкте 40 минут тоҙло һыуҙа бешергә. Туралған һуған, кишер, татлы борос, укроп һәм петрушка һалып, үҫемлек майында ҡыҙҙырырға. Тоҙ, борос һибергә. Һыуынғас, кистән һыуҙа ебетелгән ҡарабойҙай ярмаһын өҫтәргә. Эслекте кәбеҫтә япраҡтарына төрөргә.
Кәстрүл төбөнә түңәрәкләп туралған кишер, картуф теҙергә. Голубцыларҙы һалып, томат һуты ҡойорға йәки помидор телемдәре теҙергә. Өҫтөнә ҡайнар һурпа йәки һыу, лавр япрағы һалырға. Голубцы 20-25 минутта бешә.
Табынға ҡаймак һәм йәшел тәмләткестәр менән бирелә.