Төбәк башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән башланған мәғариф проекты киң ҡолас йәйә бара. Уның маҡсаты — сығарылыш уҡыусыларын үҙ аллы тормошҡа әҙерләү һәм һәләтен асырға ярҙам итеү.
Форумды асып, Радий Хәбиров уҡытыусыларға бер йыл элек дистанцион белемгә күсергә мәжбүр булып, үҙ бурысын лайыҡлы үтәп сыҡҡан өсөн ихлас күңелдән рәхмәт әйтте. Мәғариф алдынғылары республика башлығы ҡулынан дәүләт наградаларын алып ҡыуанды.
Белем кимәле, уҡыусыларҙың ситтән тороп уҡыуына ҡарамаҫтан, яҡшы кимәлдә. Республикала 127 бала берҙәм дәүләт имтиханын 100-әр мәрәйгә тапшырған.
Тематик майҙансыҡтарҙа педагогтар белем биреү сифатын үҫтереү хаҡында фекер алышты. Ҡыҙыҡлы идеялар ҙа яңғыраны, мәҫәлән, селтәрле мәктәптәр булдырыу. Уңышлы эшләп килгән 30 мәктәп, түбән күрһәткестәр менән аҙ комплектлы мәктәптәрҙе үҙ ҡанаты аҫтына алһа, бының файҙаһы ҙур буласаҡ, ти белгестәр.
Башлыҡтың республика бюджеты иҫәбенән илдең баш ҡалаһында квалификация үҫтереү, мәктәп стоматологияһында айырым бер көндә педагогтарҙы хеҙмәтләндереү кеүек тәҡдимдәре барыһына ла оҡшаны.
Радий Фәрит улы мәктәптәрҙе цифрлаштырыу процесын тиҙләтеү, уҡытыусыларға ауыл ипотекаһын алырға ярҙам итеүҙе һораны. Педагогтарҙы иһә, тағы дистанцион форматҡа күсмәү өсөн, коронавирустан вакцина яһатырға саҡырҙы.
“Үргә ос” проекты өс йыл эсендә һынатманы. Биш көнлөк уҡыуға күсеү, полилингваль мәктәптәр булдырыу, заманса стоматология кабинеттары асыу кеүек мөһим ҡарарҙар тормошҡа ашырылды. Проект үҙенең атамаһын аҡланы — Башҡортостанда белем биреү яңы кимәлгә сыҡты.Өсөнсө йыйында ла файҙалы фекерҙәр яңғыраны, мәҫәлән, аҙна һайын “Һаулыҡ дәресе”ндә балаларға сағыу, модалы видеояҙмалар күрһәтеү. Был уҡыусыларҙа дөрөҫ туҡланыу тәртибен булдырырға ярҙам итәсәк.
Шулай ҙа хәл итәһе мәсьәләләр етерлек. Бәкәлгә һуҡҡаны – мәктәптәр етешмәүе. Был проблеманы республика Хөкүмәте һәм Рәсәй дәүләт корпорация үҫеше араһында килешеү төҙөү хәл итәсәк.
Форумда уҡыусы балаларҙың психик һаулығын хәстәрләү, хәүефһеҙ интернет, туҡланыу, уңайлы мөхит булдырыу, инклюзив белем, электрон мәктәп мәсьәләләре лә күтәрелде.
Быйыл форумға мәғариф өлкәһендә хеҙмәт иткән 500-ҙән ашыу белгес килде. Белем биреүҙең көнүҙәк мәсьәләләре тураһында фекер алышыуҙа юғары дәрәжәләге етәксе менән ябай педагог тиң булып, белем сифатын яҡшыртыу һәм мәктәп мәғарифын үҫтереү йәһәтенән эшлекле тәҡдимдәрен индерҙе.