Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Апрель 2021, 04:20

Милли проект: Пассажир транспорты замансалаштырыла

Бер нисә көндән Мәскәү өлкәһендә транспорт темаһына арналған бөтә Рәсәй семинары асыла. "Транспортты планлаштырыу һәм цифрлаштырыу: синергия һәм һөҙөмтәлелек" тигән был сарала ҡалала пассажирҙарҙы ташыу мәсьәләләрен ҡараясаҡтар.

17 һәм 18 апрелдә уҙасаҡ семинарҙағы төп темаларҙың береһе "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проектына ярашлы ҡала транспортын яңыртыу буйынса.
Федераль ярҙам конкурста һайлап алыу буйынса льготалы лизинг рәүешендә күрһәтелә. Рәсәй субъекттарында эшләүсе пассажир ташыуҙы тәьмин итеүсе ойошмалар транспорт сараһын һатыу алыуға 60 процентҡа тиклем ташламаға өмөт итә ала.
Әле 13 ҡала агломерацияһы һайлап алынған, уларға барлығы 412 транспорт алынасаҡ. Бындай ярҙам киләһе йылдарҙа ла буласаҡ.
Фото: "ИНФОРМАВТОДОР".
Читайте нас