Уны былай эшләйҙәр: әфлисунды йыйғандан һуң, эшкәртеп, пресс менән баҫалар. Шунан алынған һуттан концентрация яһап, заводтарға, йәнәһе, әфлисун һуты яһарға ебәрәләр. Унда концентрат мискәләре айҙар буйына ултырырға мөмкин. Артабан һутҡа таҙа һыу, хуш еҫ биргестәр, бик күп шәкәр өҫтәйҙәр. Шунан ошо масса юғары температурала пастеризациялана. Һәм ҡаптарға ҡойола. Бындай эсемлектә файҙалы матдәләр ҡалыуы икеле.
Полиэтилен шыптырҙағы салаттар (үлән)
Лаборатор тикшереүҙәр шуны күрһәткән: бындай салат тупламдары хәүефһеҙ түгел. Күп тапҡыр эшкәртелеүенә (йыуыла, тиҙ һыуытыла, химик иретмәләр менән дезинфекциялана) ҡарамаҫтан, салат япраҡтарында зарарлы бактериялар күп булғаны күренгән. Һыуытҡыста торған көйө лә ябыҡ полиэтилен ҡапта улар яҡшы үрсей.
Бер яҡтан анһат кеүек: бәләкәй генә пакетиктағы ҡәһүәне сынаяҡҡа һалып, ҡайнар һыу ҡояһың да, хуш еҫле эсемлек әҙер ҙә була. “Кофе 3 в 1” тураһында һүҙ барғанын аңлағанһығыҙҙыр. Тик бында кофе ла, сливки ҙа юҡ. Шулар ғына бар: транс-майҙар (кокос йә пальма майы, мәҫәлән), кислоталыҡты көйләүселәр, стабилизаторҙар, эмульгаторҙар, буяуҙар, хуш еҫ биргестәр.
Борос онтағы (молотый) алаһығыҙмы? Был ҡаптарға, баҡһаң, нимә генә ҡушмайҙар икән (арзан “материалдар”): ҡарабойҙай ҡабығы – иң таралған ҡушымта. Куркума һәм зираға – консерванттар, шафранға - бәрхәт гөл (бархатцы) япраҡтары. Етмәһә, онтаҡланған тәмләткестәрҙең тәме оҙаҡ та һаҡланмай.
Ҡара көртмәле тәме менән төрлө аҙыҡ-түлек
Юҡ, ҡара көртмәле (черника) үҙе бик файҙалы ул. Тик “со вкусом черники” тигән ризыҡтарҙа уны табыуы ҡыйын. Бары тик буяғыстар, тергеҙелгән көртмәле һуты, хуш еҫләндергестәр ҡушып яһала. Йәки бик аҙ ғына кипкән емеш булыуы ихтимал.
Беҙҙән – кәңәш кенә, ҡалғанын үҙегеҙ ҡарағыҙ, ти белгестәр.