

"Барыһы ла яҡшы булыр тип өмөтләнәм. Өмөтләнәм генә түгел, ә ышанам. Һеҙгә лә шуны уҡ теләйем. Һеҙ ҙә, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы хәстәрләп, вакцина яһатырһығыҙ, минән үрнәк алырһығыҙ тип уйлайым", - тигән Владимир Владимирович Рус География йәмғиәтенең попечителдәр советы ултырышында сығыш яһаған сағында.
Президент ҡайһы вакцинаны яһатҡандыр, ниңәлер әйтмәгән була. Ул бер нәмәгә ныҡлы ышаныста: тап прививка эшләтеү беҙҙе пандемия хәленән сығарасаҡ.
Әле Рәсәйҙә өс вакцина теркәлгән: "Спутник V", "ЭпиВакКорона" һәм "КовиВак".
Фото: Кремлин.ру