Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Апрель 2021, 19:03

Ҡорал тапшыр ҙа, аҡса ал

12 апрелдән 16 апрелгә тиклем республикала “Ҡорал тапшыр” профилактик операцияһы үткәрелә.

Был операция сиктәрендә һәр кем үҙендә һаҡланған ҡоралды тәртип һаҡлау органдарына тапшырып, аҡсалата бүләк алыу мөмкинлегенә эйә.
Үҙ теләге менән тапшырыусыларға түләү өсөн республика бюджетынан йыл һайын 3,6 млн аҡса бүленә. Росгвардияла хәбәр итеүҙәренсә, кешеләр хоҡуҡһыҙ һаҡланған ҡорал, пистолет, дары, боеприпастар тапшыра.
Мәҫәлән, Саҡмағош районында йәшәүсе ир ҡырҡма ҡорал һәм патрондар тапшырып 27 700 һум бүләк алған.
Ҡоралды теләгән полиция бүлегенә илтергә мөмкин.
Фото: Башинформ
Читайте нас