Гараждан һәм өйҙән ике телевизор, ике ҡаргиҙәр, кәмә моторы, ике электросамокат, ете мең һум аҡса, биш пар кроссовкалар, көнкүреш техникаһы һәм башҡа әйберҙәрҙе урлайҙар.
Урланған әйберҙәрҙе баш ҡалаға килтерер өсөн, улар «Газель» машинаһын ҡуртымға ала. Бер нисә сәғәттән бурҙар енәйәт эҙҙәрен йәшерергә маташып, ауылға кире әйләнеп килә. Һәм ҡайтышлай тотолалар.
Бер телевизор менән ҡаргиҙәрҙе һатырға ла өлгөргән була улар. Кеше әйберен полиция хеҙмәткәрҙәре һатып алыусыларҙан тартып ала, әлбиттә.
Был өсәүгә ҡарата енәйәт эше асылған.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.