32 йәшлек Леонид Михеев һыу баҫҡан ауылдарҙан йорт хайуандарын, оло йәштәгеләрҙе һәм балаларҙы сығарырға ярҙам иткән.
- Һыу баҫыу хәүефен аңлағас та, Вязовка, Соловьевка, Александровка ауылдарын йөрөп сыҡтым һәм халыҡҡты иҫкәрттем, – ти ирекмән.
Бына инде бишенсе тәүлек ул һыу баҫҡан биләмәләр халҡына ярҙам итә. Ирекмән дуҫтарынан резина кәмә һорап алған һәм кешеләрҙе эвакуациялаған. Хәүефле урындан ир сабыйҙы, өс һәм биш йәштәге балаларҙы, өлкән инәйҙе сығарған.