Шаранда фермер Рәмил Иҙиәтуллин ужым бойҙайына ашлама бирә. Был хужалыҡта иген культураларын ерҙе һөрмәйенсә эшкәртәләр, шуға ла баҫыуға иртәрәк сығырға мөмкин.
Туймазы районында “Өйәҙе” фермер хужалығы, Күгәрсен районы аграрийҙары ла баҫыуҙарға ашлама сығарыу менән мәшғүл
Әйткәндәй, ужым культуралары республикала 418 мең гектар майҙанда сәселгән.
Ауыл хужалығы эшсәндәренә уңышлы миҙгел теләйек. Улар яҙғы сәсеүгә әҙер, техника - үҙ урынында, орлоҡтар тупланған. Бына-бына баҫыуҙар гөрләйәсәк.
Фото: vk.com (Күгәрсен районы хакимиәте төркөмөнән).