Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Апрель 2021, 11:00

Төбәк операторының автопаркы яңы техника менән тулыланды

Бөгөн Өфө ҡалаһында һәм республиканың 14 районында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән мөғәләмә итеүсе “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус хужалыҡ" муниципаль унитар предприятиеһында сүп-сар ташыусы яңы машина һынауға ебәрелде. Уны КамАЗ шассиһы нигеҙендә "Ишимбайспецтехника" етештергән.

Махсус техника Рәсәй шарттарында эшләүгә яраҡлашҡан. Уға ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән бер рәттән эре үлсәмле ҡый тейәргә мөмкин. Яңы машина бер нисә иҫкене алмаштыра ала. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса заманса стандарттарға тап килеүе менән "Экология" милли проекты ла үтәлә, тип белдерҙеләр төбәк операторының вәкилдәре.
Читайте нас