«Сәждә»
Ямғыр яуып торғанда ғаилә менән машинаға ултырып юлға сыҡҡайныҡ бер көндө. Кинйә улым, быяла таҙартҡыстарҙың нисек эшләгәнен ҡарап ултырҙы ла: “Атай, ҡара әле, улар ҙа сәждә ҡыла”, – тип әйтеп ҡуйҙы. Ҡалай ҡыҙыҡ сағыштырыу, тинем. Ғәҙәттә, ундай нәмәләргә бөтөнләй иғтибар бирмәйбеҙ...Аҙаҡ был турала бер шағирә апайға һөйләгәйнем. “Бик дөрөҫ әйткән улың, тап шағирҙарса, – тине ул. – Автомобилдең ул нәмәһе бит, берсә ятып, берсә ҡалҡынып, быяланы таҙарта, ә кеше намаҙ менән күңелен сафландыра”. Килешмәү мөмкинме? Юҡтыр. Машинаның алғы быялаһы бысраҡ булһа, шоферға юл күренмәй, тимәк, һәләкәт уны аҙым һайын һағалай. Гонаһтарынан арынырға теләп, Аллаһ Тәғәләгә һыйынмаған кеше менән дә шул уҡ хәл.