Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Апрель 2021, 18:22

Инйәрҙә дүрт хужалыҡты һыу баҫҡан

Бөгөн Белорет районының Инйәр ауылы янында Оло Инйәр йылғаһында боҙ тығылып, дүрт хужалыҡты һыу баҫҡан.

Хужалар, ете кеше, үҙ аллы һыуҙан сыға алған, әлеге мәлдә туғандарында.
Янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәре кешеләргә документтарҙы, шәхси әйберҙәрҙе, автомобилдәрҙе сығарырға ярҙам иткән.
Район мәҙәниәт йортонда халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн 300 урынлыҡ пункт әҙер.
Бриш, Исҡушты, Мулдаҡай ауылдарына еңел машинала үтерлек түгел. Йөк машиналарында ғына үтергә мөмкин.
Районда хәл көсөргәнешле ҡала бирә. Әле ташҡын тағы көсәйәсәк. Йылға буйҙарындағы ауылдарҙа йәшәүсе халыҡҡа документтарҙы, ҡиммәтле әйберҙәрҙе әҙерләп, йыйнап ҡуйырға, мал-тыуарҙы ситкә ҡыуырға кәрәк.
Ҡотҡарыусыларҙың номерҙары: 112, 3-25-75 (Белорет районы).
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас