Ул «Урал тау-металлургия компанияһы»ның төркөмөнә ингән «Башҡортостан баҡыры» асыҡ акционерҙар йәмғиәте тарафынан тормошҡа ашырыласаҡ.
Әле белгестәр төҙөлөш өсөн ҡулайлы ер участогы һайлаған һәм эштәрҙең план-графигын төҙөгән. Яңы тораҡ пункты 127 гектар ерҙә урынлашасаҡ, тәүге йорттар менән бер рәттән бында социаль инфраструктура ла ҡалҡасаҡ. Быйылға төп бурыс – биләмәне планлаштырыу һәм межалау.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров Премьер-министр Андрей Назаровҡа программаны тормошҡа ашырыуҙы контролдә тоторға ҡушты.