Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Апрель 2021, 04:45

Бөгөн – Троллейбустың тыуған көнө

Троллейбусты, экологик һәм уңайлы йәмәғәт транспорты, тиҙәр. Ә һеҙгә нисек? Әйткәндәй, иң тәүҙә уны береһе – Англияла, икенсеһе Германияла йәшәүсе ағалы-ҡустылы Сименстар уйлап тапҡан.

Тарихы 1880 йылдарға барып тоташа. Ағалы-ҡустылы Зименстар (Сименс булараҡ билдәле) проектты бергә эшләгән.
“Троллейбус” инглизсәнән тәржемәләгәндә ”трамвай автобусы” тигәнде аңлата. Ике йылда проектты тамамлап, Германияла тәүге рельсһыҙ механик пассажир транспортын күрһәткәндәр.
Рәсәйҙә иһә троллейбусты Фрезе исемле конструктор, уйлап табыусы һәм бизнесмен инженер Шуберский менән яһаған. 1902 йылдың 13 апреленә тура килә был.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында йөк троллейбустары йөрөгән. Улар менән утын, аҙыҡ-түлек, хәрби йөк ташығандар.
Иң оҙон троллейбус юлы ла беҙҙә: СССР осоронда Ялта менән Симферополде тоташтырған 86 км оҙонлоғонда ҡала-ара линия төҙөлгән.
Өфөлә лә троллейбус заводы эшләй торғайны. Ҡайһылыр мәлдә ул банкротҡа ултырып, хәҙер Өфө трамвай-троллейбус төҙөү заводы бар.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас