11 апрелдә Ноябрьск ҡалаһында Бөтә Рәсәй көрәш сәнғәте фестивале тамамланды. Ике көн дауамында барған ярышта Ямал-Ненец автономиялы округынан, ХМАО — Югранан, Башҡортостандан һәм Абхазиянан 200 тирәһе спортсы ҡатнашты. Спорт сараһының иң мауыҡтырғыс өлөшө — ҡатнаш көрәш сәнғәте буйынса профессиональ алыштарҙа республикабыҙ егеттәре көс һынашты.
Ейәнсура районынан 69 килограмм ауырлыҡ категорияһында Хәлил Аҡъюлов, 65 килограмм ауырлыҡ категорияһында Юнир Бикбаев ярышташтарын еңеп, чемпион билбауына һәм фестивалдең затлы бүләктәренә эйә булды. «Башҡорттар алыҫ Себерҙә уҙған ҙур ярышта алдынғылыҡты бирмәне! Был халҡыбыҙ тарихының бәләкәй генә бер өлөшө буласаҡ», — тип белдерә егеттәрҙең тренеры, панкратион буйынса спорт мастерына кандидат Заһир Түләбаев.