Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән кәңәшмәлә белдереүҙәренсә, субсидиялар “Фермерҙарға булышлыҡ итеү һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү системаһын булдырыу” төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса биреләсәк.
Ошо проектҡа ярашлы, “Агростартап” гранты конкурсында ҡатнашыу буйынса үҙгәрештәр бар. Хәҙер документтарҙы көсәйтелгән квалификациялы электрон ҡултамға менән раҫланған электрон төрҙә тапшырырға мөмкин.
Үрҙәге гранттың дөйөм суммаһы – 154,3 миллион һум. Шуның 151,2 миллион һумы – федераль ҡаҙнанан.
Агросәнәғәт комплексында инвестиция кредиттарының процентын түләүҙе субсидиялау ҙа ҡарала.