Алдан хәбәр итеүебеҙсә, киске сәғәт биштәрҙә Мәләүез районында, Өфө-Ырымбур автоюлының 156-сы саҡрымында, Стәрлетамаҡтан 56 йәшлек ир идара иткән "Renault Megane" менән Йылайыр районынан 39 йәшлек ир идара иткән "Киа Рио" машиналары бәрелешкән. "Renault" водителе үлемесле яраларҙан һәләк булған. Уның ҡатыны ауыр хәлдә дауаханала.
"Киа"ның да водителен дауаханаға һалғандар.
Белорет районындағы аварияла "Toyota Hiace" машинаһы пассажирының - Сибайҙан 24 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән.
Авария киске сәғәт етенселә Өфө-Инйәр-Белорет автоюлының 209-сы саҡрымында теркәлгән.
Сибайҙан 46 йәшлек ир танышының үтенесе буйынса машинаны Сибайҙан Өфөгә алып китеп барған. Юлда алты кешене ултыртып алған.
Өс пассажир, Сибайҙан 16 һәм 19 йәшлек ҡыҙҙар, 28 йәшлек ир, дауаханаға эләккән.
Водителдең әйтеүенсә, машинаның артҡы тәгәрмәсе шартлап, авто юлдан осҡан...
Тәүлек эсендә 2140-тан ашыуыраҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 60 иҫерек водитель тотолған.