Компаниянан аңлатыуҙарынса, тәүҙә прививка эшләтергә теләүселәрҙең ғаризаһы нигеҙендә төркөмдәр булдырыла, ә прививка эшләтер алдынан улар медицина тикшереүе үтә. Вакцина коронавирус менән ауырымаған һәм медицина күҙлегенән ҡаршылыҡтар булмаған граждандарға яһала.
- Йәмғиәт өсөн, минең туғандарым һәм яҡындарым өсөн коронавирустан иң яҡшы ҡотҡарыу сараһы, тип иҫәпләйем, – тип һөйләй “Башнефть-Уфанефтехим” филиалының операторы Илдар Ғиззәтуллин.– Прививка эшләтергә кәрәк. Медицина бер урында тормай, ул беҙҙең сәләмәтлек, беҙҙең ғүмер өсөн көрәшә.
Өфө, Октябрьский, Яңауыл, Туймазы, Нефтекама, Дүртөйлө, Ишембай, Күмертау ҡалаларында һәм Приютово ҡасабаһында урынлашҡан «Башнефть» предприятиеларында 14 махсуслаштырылған вакциналау пункты ойошторолған. Улар кәрәкде ҡорамалдар менән йыһазландырылған һәм талаптарға яуап бирә.