Өмәрпаша (Умарпаша) Ханалиев - Башҡортостандың РФ Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле - республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары.
Ул оҙаҡ йылдар Федераль именлек хеҙмәтендә эшләгән.
Ханалиев Ҡырғыҙ ССР-ында тыуған. Дағстан педагогия институтын тамамлаған. Хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлаған. Комсомол активисы булған.
Артабан Именлек хеҙмәтенә эшкә күскән. Төньяҡ Кавказда эшләгән.
2000 йылда уға Рәсәй Геройы юғары исеме бирелгән.
Әлеге көндә ветерандар хәрәкәттәре активисы.