Былтыр һабантуйҙар булманы.
БР Хөкүмәтенең бөгөн уҙған оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров белдереүенсә, “әгәр ҙә барыһы ла яҡшы булһа, һабантуй үткәрәсәкбеҙ”.
Әле Башлыҡ командаһы ҡайһы бер әҙерлектәрҙе башлаған. Һабантуй байрамы булһа, уның айыҡ үтеүе ихтимал.
Радий Хәбиров былай тине:
“...Даже такой простой акцент как проведение трезвых сабантуев вызвал критику. Но потом многие сказали «спасибо» за это. Нужно подумать, как мы будем их проводить”.
Барыһы ла яҡшы булһын инде...