Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Апрель 2021, 05:47

Башҡорт теле – башҡорт иле!

Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһында балалар башҡорт телен, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен өйрәнәсәк.

Мейәс ҡалаһының 1-се һанлы мәктәбендә "Башҡорт теле – башҡорт иле" йәкшәмбе мәҙәни-тарихи мәктәбе" проекты сиктәрендә йәкшәмбе мәктәбе асылды. Был проект Башҡортостан Республикаһы башлығы грантына Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты тарафынан тормошҡа ашырыла.

Башҡорт йәкшәмбе мәктәбен асыу тантанаһында Мейәс ҡала биләмәһе башлығы Григорий Тонких, БР Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы баш белгесе Гөлсөм Дилмөхәмәтова, БРГИ директоры урынбаҫары Фәнил Бүләков, Мейәс ҡалаһы уҡытыусылары, уҡыусылары ҡатнашҡан.

БРГИ уҡытыусылары башҡорт бейеүҙәре, ҡурай буйынса оҫталыҡ дәрестәрен үткәргән.

Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеүгә, һаҡлауға, популярлаштырыуға йүнәлтелгән был проект милли-ара мөнәсәбәттәргә лә ыңғай йоғонто яһаясаҡ.

Проектҡа ярашлы, Р.Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты нигеҙендә интернет селтәрендә берҙәм цифрлы майҙансыҡ булдырыу ҡарала. Ул балаларҙың иғтибарын башҡорт телен, мәҙәниәтен өйрәнеүгә йәлеп итеп, башҡорт теле уҡытыусыларының телде өйрәнеүҙә, башҡорт халҡының мәҙәниәтен популярлаштырыуҙа алдынғы эш алымдары, тәжрибәһе менән уртаҡлашыу майҙансығы ла буласаҡ.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас