Ошо көндә Америка телевидениеһында бер ролик күрһәткәндәр. Унда дуэт бик тә үҙенсәлекле көйгә бейегән. «Rock Around The Clock» тип аталған ул. Һәм уны тиҙ арала бөтә Америка, артабан донъя бейей ҙә башлаған. Билл Хейли тигән артист башҡарыуында был рок-музыка – Британияла һәм Германияла бер миллиондан ашыу күсермә менән һатылған тәүге сингл.