Ҡайһы бер баҡсасылар, был сортты алып та, ҡыярҙың уңышы түбән булыуына зарлана. Был осраҡта сорт ғәйепле түгел, ә үҫтереүҙә хаталар булған тигән һүҙ. Бәлки, яҡтылыҡ, йылы етмәгәндер, ел һуғып торған ерҙә үҫкәндер. Ямғырлы йәйҙә бындай йәшелсә асыҡ һауала матур булып үҫмәйәсәк. Ҡыҫыр сәскәләре булмаһын өсөн «Эпин», «Циркон» препараттары менән эшкәртегеҙ. Яҡшы уңыш алыр өсөн һыуҙы мул һибергә, азотлы ашламалар менән бик мауыҡмаҫҡа кәрәк.
Теплица өсөн «Мальчик с пальчик», «Младший лейтенант», «Три танкиста», «Марьина роща» сорттары яҡшы. Һабаҡтары йәйелмәйенсә үҫеүсе сорт ултыртҡығыҙ килһә, «Муравей», «Кузнечик», «Козырная карта» сорттарына өҫтөнлөк бирегеҙ.
F1 «Желудь», F1 «Капитан» сорттары ла һәйбәт. Температура 15, 16 градусҡа еткәс кенә асыҡ грунтҡа ултыртығыҙ.
Теплицаға сәсергә F1 «Балконный», F1 «Карапуз» сорттары бара.