Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Апрель 2021, 09:05

«Әсәлек капиталы»н файҙаланыу ҡағиҙәләре үҙгәрә

Махсус бойороҡ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Үҙгәрештәр бөгөндән ғәмәлдә.

Эш шунда: әгәр ҙә ҡатын “капитал”ды (йә күпмелер суммаһын) пенсияһының туплам өлөшөн (накопительная часть) формалаштырыуға юллаһа, хәҙер уны дәүләттеке булмаған фондтарҙан алып, икенсе мкҡсатҡа файҙалана ала. Яңы ҡағиҙәгә ярашлы, аҡсаны пенсия фондындағы иҫәпкә кире ҡайтарғандан һуң, ярты йылда уларҙы нисек тотонорға (“маткап”ты ҡайҙа йүнәлтергә мөмкин булғанын әсәләр беләлер) ҡарар итергә һәм ғариза яҙырға тейеш. Һәм ҡарар биреү өсөн тағы алты айға оҙонайтырға мөмкин. Унан һуң, өс айҙа бер ниндәй ҙә ҡарарығыҙ булмаһа, аҡса йәнә туплам өлөшкә китәсәк.

Быйыл тәүге балаға капитал – 483 882, икенсе балаға 150 550 һум.

Фото: Автор фотоһы.

Читайте нас