Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Апрель 2021, 10:35

Иҫке Абзанда яңы ФАП эшләй

Благовар районының Иҫке Абзан ауылындағы фельдшер-акушер пункты бығаса иҫке ағас бинала урынлашҡан булған. Былтыр "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү өлөшө ярҙамында ауылда модулле яңы ФАП бинаһын ҡорҙолар.

Әлеге ваҡытта ауыл халҡына ҡулайлы шарттарҙа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелә. Медпункт бинаһында пациенттар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлыҡтар тыуҙырылған.
Читайте нас