Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Апрель 2021, 13:30

Бөгөн – Йорт хайуандары көнө

Бесәйегеҙ бармы? Этегеҙ? Һарайҙа – малығыҙ? Үәт, бына бөгөн беҙҙең илдә уларҙы нығыраҡ тәрбиәләү, һыйлау көнө икән. Шул уҡ ваҡытта хужаһыҙ, приюттарҙа көн күргәндәрен дә онотмаҫҡа.Рәхмәт яуһын, календарҙа ошо көндө булдырғандарға. Үҙебеҙ аҫраған дүрт аяҡлы дуҫтарға, малҡайҙарыбыҙға иғтибарҙы бер аҙға булһа ла кәметһәк, беҙҙең уларға ни тиклем кәрәк икәнде аңларбыҙ. Тиҙҙән мал ҡырға ла сығыр инде, имен-һау йөрөһөндәр.

Бөтә донъя йорт хайуандары көнө айырым 30 ноябрҙә лә билдәләнә икән.

Ә ҡайһы хайуанды кеше иң тәүҙә эйәләштергән, беләһегеҙме? Бүрене. Хәҙерге эттәрҙең “ҡартатаһын”. Тора-бара ул бөтөнләй йорттоҡона әйләнеп, эт булып киткән, ти. Эттең өрөүе (олоуы) башҡа ҡурҡынысыраҡ хайуандарҙы өркөткәнен белгәс тә кеше уны үҙенә алған. Эт – кешегә иң тоғро йән эйәһе.

Ә бына бесәй менән яҡынайыу мәсьәләһе бәхәсле ҡала шикелле. Бер вариант буйынса, боронғо кеше бесәйҙе төрлө кимереүселәрҙән һаҡланырға була эйәләштергән. Икенсе вариантҡа ярашлы, бесәйҙәр үҙҙәре кешегә килгән. Уның тирәһендә һәр саҡ аҙыҡ булғанын белгән дә...

Шуныһы ҡыҙыҡ: 140 мең төр кейектән кеше ни бары 47 меңен генә эйәләштерә, әҙме-күпме аралаша алған.

Беҙҙең янда һыйырҙар, аттар, һарыҡтар, кәзәләр һ.б. ҙа бар. Нимәләрҙелер - эш, ит, һөт, нимәһендер дебет, йөн өсөн аҫрайбыҙ. Һиндостанда, ана, һыйырҙар - изге хайуан хатта. Төркиәлә урам бесәйҙәре лә харап ҡараулы. Ҡалаларҙа эт - фатирҙа йәшәүсе ҡәҙерле хайуан. Ауылда малдарҙы хужа үҙ балаһындай ҡарай...

Булһын әле улар беҙҙең арала.

Фото: Автор фотоһы.

Читайте нас