Йыл башында «Рәсәй ветерандары» хәрәкәте РФ Президенты Владимир Путинға мөрәжәғәт итә. Йәмәғәт ойошмаһы ағзалары хөкөм ҡарарының саманан тыш ҡаты булыуын белдереп, дәүләт башлығын тикшереү барышына иғтибар итеүҙе һорай.
– Әгәр закон күҙлегенән Владимир Санкин ысынлап та енәйәт ҡылған тип табылһа, илебеҙҙең йөҙ мең кешеһе өсөн – ысын герой, ул балаларҙы яҡлаған һәм енәйәтте булдырмаған, – тиелә мөрәжәғәттә.
Шулай уҡ Владимир Санкинды яҡлап, 100 меңдән артыҡ кешенең петицияға ҡул ҡуйыуы тураһында билдәләп үтелә. Тағы бер дәлил сифатында хөкөм ителеүсенең үҙ ғәйебен танымауы, үҙ ғәмәлдәрен балаларҙы яҡлауы менән аңлатыуы ла килтерелә.
Ил башлығы ни тиер икән? Күҙәтеп барығыҙ...