Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Апрель 2021, 07:25

Танып ырыуының гербы ниндәй буласаҡ?

Балтаста башҡорт халҡының Танып ырыуы йыйын үткәрҙе. Делегаттарҙы район хакимиәте башлығы тәбрикләне.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми сайтында ырыу ҡоро тураһында былай тип яҙылған:

Сара Танып ырыуының барлыҡҡа килеүенә арналған театрлаштырылған тамашанан башланды. Съезд делегаттарын һәм ҡунаҡтарҙы Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушев сәләмләне.

Президиум ултырышында Танып ырыуы вәкилдәре, делегаттар сығыш яһаны. Тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары, БР Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов Танып ырыуы гербы өлгөһө менән таныштырҙы. Унда ырыу билдәләре – ағас, ҡош, оран, тамға һүрәтләнгән.

Юлдаш Йосопов әйтеүенсә, геральдика системаһына инһен өсөн һәр башҡорт ырыуының гербын эшләп сығарырға кәрәк. Ырыуҙар гербы Рәсәйҙә тәүгә эшләнә. Был бер-ике кешенең генә эше түгел. Киләсәктә Танып ырыуы ла донъя геральдика талаптарына яуап биргән гербын ҡабул итәсәк.

Таныптарҙың гимны итеп Рая Хәмәеваның Гөлнара Шәймөхәмәтова һүҙҙәренә яҙылған йыры раҫланды. Съезда Танып ырыуы йәмәғәт ойошмаһының советы ағзалары һайланды”.

Ырыуҙар йыйындары дауам итә. Штандартты Илеш районы ҡабул итте. Унда Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары съезд үткәрәсәк.

Фото һәм сығанаҡ: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтынан.

Читайте нас