Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Апреля 2021, 11:37

Өфөлә йәнә бер татар артисы тирәләй шау-шыу ҡупты

Данир Сабировҡа тағы ни булған?

Йырсы Фирҙүс Тямаевҡа бәйле ығы-зығы тамамланып та өлгөрмәне, хәҙер татар артисы Данир Сабировтың һөйәрмәндәре ғауға ҡуптармаҡсы. Баҡһаң, күршеләрҙең мәҙәк оҫтаһы апрелдә дүрт концерт бирергә тейеш булған, әммә уның да тамашалары октябргә күсерелгән. Әйткәндәй, Тямайҙан айырмалы, Данир быға тыныс ҡарай һәм дуҫтарына бары тик бер аҙ түҙеп торорға кәңәш итә.
Тик Данирҙың һөйәрмәндәре ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, билеттың аҡсаһын кире ҡайтарыуҙы талап итә. Залда бишәр, унышар урын алып ҡалыусылар социаль селтәрҙә артисты ҡаты итеп әрләй, октябргә тиклем сабырлығыбыҙ етмәҫ, тиҙәр. Һөйәрмәндәрҙең береһе ғауға ҡуптарыусыларға Радик Юлъяҡшинға мөрәжәғәт итергә кәңәш иткән, йәнәһе лә, барыһына ул ғәйепле.
Әйткәндәй, быға тиклем танылған мәҙәк оҫтаһы башҡорт-татар дуҫлығын һынап алды бер аҙ, иҫләйһегеҙҙер. Ярай әле, барыһы ла яҡшы тамамланды. Әлеге хәл дә шулай була күрһен...
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас