Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Апрель 2021, 09:55

Самолет унһыҙ ғына осоп киткән...

Бөгөн иртән Өфөнән Мәскәүгә осасаҡ S7 авиакомпанияһы самолетына ултырыу ваҡытында бер иҫерек ғауға ҡуптарған.

Ир үҙен бик агрессив тотҡан, туҙынған-боларған. Самолет экипажы полицияға хәбәр итергә мәжбүр булған.
42 йәшлек был пассажир Краснодар крайыныҡы булып сыҡҡан. Уны самолетҡа ултыртмағандар, Өфөлә ҡалған. Хәҙер штраф түләйәсәк, сөнки протокол тултырғандар.
Самолеттарҙа дебоширҙар тураһында күптән яңылыҡ булғаны юҡ ине шул. Башланыр инде...
Фото: iz.ru
Читайте нас