Улар Европа беренселегендә дүрт тапҡыр чемпион булып, бер тапҡыр көмөш һәм бер тапҡыр бронза миҙал яулай. Ә инде донъя чемпионатында бер көмөш һәм дүрт мәртәбә өсөнсө була. Ә бына ир-ат командаһы шуға ҡарамаҫтан, урын түгел, ошоға тиклем хатта элитала ҡатнашҡаны ла бик һирәк була. 2017 йылда донъя беренселегенә эләгеп, 11 осрашыуҙа 11 тапҡыр отола. Быға тиклем уҙған Европа чемпионатында туғыҙынсы урын яулап, саҡ тигәндә әле барған донъя беренселегенә эләгеп ҡала. Канадала барған чемпионатта барыһын да аптыратып, 12 осрашыуҙың 10-нда еңә һәм лидерҙар рәтенә сыҡты! Улар Нидерланд спортсыларын – 8:5, Көньяҡ Кореяны – 9:3, Ҡытайҙы – 10:6, Германияны – 6:4, Янонияны – 10:5, Италияны – 8:7, Норвегияны – 8:6, Шотландияны – 9:3, уҙған Олимпия уйындапры чемпионы, АҠШ-ты –11:8 һәм донъя беренселегендә 36 тапҡыр еңеүсе булған Канада спортсыларын 8:7 иҫәбенә еңеп, ике тапҡыр, береһендә Швецияға 7:8 һәм Швейцарияға 2:8 иҫәбенә отола. Улар әле үк үҙ тарихында тәүге тапҡыр плей-оффҡа путевка яуланы. Афарин!