БР ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ошо осор эсендә 1300 автобусты тикшереп, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 820 осрағын теркәгән.
Мәҫәлән, 4 автобус водителе тыйылған ерҙә юлдың ҡаршы һыҙатына сыҡҡан,
78 водитель пассажирҙарҙы йөрөтөү ҡағиҙәһен боҙған,
11 водитель светофорҙың ҡыҙыл утын инҡар иткән,
4 водитель йәйәүлеләргә юл бирмәгән,
214 водитель маневр ҡағиҙәләрен боҙған,
11 водитель телефондан һөйләшеп китеп барғанда тотолған һ.б.
Автобустарҙы тикшереүҙәр дауам итә.