Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Апрель 2021, 05:05

Нева яры хоккейсылары ниһайәт еңеү яуланы

СКА командаһы дүртенсе бәйгелә ЦСКА хоккейсыларын 3:1 иҫәбенә алдырып, дөйөм иҫәпте ҡыҫҡарта төштө.

Шулай ҙа уларҙың хәле мөшкөл, сөнки ЦСКА клубына Гагарин кубогының финалына сығар өсөн бер генә еңеү ҡалды. Киләһе осрашыу иртәгә Мәскәүҙә уҙасаҡ. Ә инде бөгөн Көнсығыш конференцияһында «Авангард» уйынсылары «Аҡ барс»ты ҡабул итәсәк. Әлегә Омск өлкәһе командаһы дәғүәсеһен дөйөм 2:1 иҫәбенә еңеп килә.
Фото: ТАСС.
Читайте нас