Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Апрель 2021, 18:38

Хәбировтың рөхсәтенән тыш бер мәктәп тә ябылмаясаҡ

Был хаҡта башлыҡ бөгөн “Взлетай” мәктәп мәғарифы форумында белдерҙе.

Бөгөн, 9 апрелдә, республика башлығы Радий Хәбиров “Взлетай” мәктәп мәғарифы форумы барышында белем биреү усаҡтары ябылыу проблемаһына ҡағылып үтте. Бынан тыш бер мәктәп тә уның ризалығынан башҡа ябылмаясаҡ. Уның һүҙҙәре буйынса, мәктәптәр ябылыу әлеге ваҡытта Башҡортостанда бик һирәк осраҡ, уларҙың һәр береһен башлыҡ шәхсән контролдә тота.
Шулай уҡ яҡын киләсәктә республикала концессион килешеү нигеҙендә белем усаҡтары төҙөй башлауҙары ихтимал. Хәбировтың әйтеүенсә, хөкүмәт бер ваҡытта туғыҙ мең белем биреү урыны булдыра алмай, шунлыҡтан, ошо аҙымға барырға мәжбүрҙәр.
Фото: Радий Хәбиров/ВКонтакте
Читайте нас