Киске сәғәт етеләрҙә Әлшәй районында, Шишмә-Ҡырғыҙ-Миәкә автоюлының 90-сы саҡрымында, Белгород өлкәһенән 32 йәшлек ир идара иткән "Лада Приора" менән Бәләбәй районынан 34 йәшлек ир идара иткән "Chevrolet Niva" бәрелешкән.
"Chevrolet"тың водителе менән "Лада"ның пассажирын, 53 йәшлек ҡатынды, дауаханаға һалғандар.
Тәүлек эсендә 2400-ҙән ашыуыраҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 33 иҫерек водитель тотолған.