Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Апрель 2021, 10:45

Картуфҡа хаҡ 6 процентҡа күтәрелгән

Был хаҡта Башҡортостандың статистика хеҙмәте хәбәр итә. Мәғлүмәт 29 марттан 5 апрелгә эшләнгән.

Был хаҡта Башҡортостандың статистика хеҙмәте хәбәр итә. Мәғлүмәт 29 марттан 5 апрелгә эшләнгән.
Мониторинг буйынса картуфҡа хаҡ (6%) күтәрелгән. Хәҙер уның 1 килограммы өсөн уртаса 36,8 һум түләргә кәрәк.
Ҡыярға ла(2,8%), колбасаға ла(2,2%) хаҡ һиҙелерлек артҡан. Республикала ҡыярҙың бер килограммының уртаса хаҡы 104,6 һум, ә колбасаныҡы – 417,4 һум.
Һөткә лә хаҡтар үҫкән (1,9%) – литрын уртаса 66,4 һумға һатып алырға була. Шоколад кәнфиттәр 1,8 процентҡа ҡиммәтләнгән, килограммы 288,3 һум тора.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас