Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Апрель 2021, 15:23

Иғтибар: эҙләү!

Марат Ғиниәт улы Сәйетғәлиев 5 апрелдә киске сәғәт һигеҙҙәрҙә Өфө ҡалаһының Степан Кувыкин урамындағы йортта йәшәүсе әсәһенән ҡайтырға сыға ла, өйөнә ҡайтып етмәй.

Әлегәсә уның ҡайҙалығы билдәһеҙ.
Билдәләре: ҡарамаҡҡа 70 йәш, мыҡты кәүҙәле, буйы 176 см, сал сәсле, ҡайһы бер алғы тештәре юҡ.
Уң күҙе бәйле булыуы ихтимал, сөнки яңыраҡ ҡына күҙенә операция эшләткән.
Кейеме: ҡара төҫтәге сепрәк куртка, ҡуйы күк төҫтәге салбар, ҡара тире-күн башлыҡ, ҡара күн ботинкалар, аҡһыл көрән свитер, ҡара шарф.
Уны күреүселәргә түбәндәге номерҙар буйынса шылтыратырға:
8 (347) 279-39-02,
8 (347) 237-19-60,
8 (347)279-34-28, 236-78-66 йәки 02 (102).
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас