Бала сағында: “Мин бухгалтер булам”, – тип әйткән ҡыҙ һүҙенә тоғро ҡала. Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжын тамамлаған. Әле Башҡортостан буйынса Язаларҙы үтәү федераль хеҙмәтендә бухгалтер булып эшләй. Шул уҡ мәлдә Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультетында ситтән тороп уҡып, диплом алған.
Тырыш ҡыҙ аш-һыуға оҫта, яҡындарын төрлө тәмлекәс менән һыйларға ярата.
Һылыуҡай киләсәктә яңынан-яңы үрҙәр яулап, тормош ҡуйған һынауҙарҙы үтеп, тыуған ергә файҙалы кеше булыуҙы маҡсат итеп алған.